Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 18.08.2026 Һөнәрленең ҡулы алтын

"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 18.08.2026 Һөнәрленең ҡулы алтын

Шишәмбелә етди һөйләшеүҙәр темаһын атайыҡ. Республикала эшсе һөнәрҙәргә иғтибар арта. Уның сәбәптәре төрлөсә. Башҡортостандың колледж-техникумдарында бюджет урындары ла күбәйтелә. Радий Хәбиров бойороғона ярашлы, ҡаҙна иҫәбенә уҡырға тейешле студенттар тағы 2 меңгә арта. Ғөмүмән, Башҡортостанда быйыл урта махсус белем алырға теләүселәр өсөн 24 мең 318 бюджет урыны ҡаралған. Ә республика мәктәптәренең 9-11-се синыфтарын тамамлаусыларҙың 68 проценты ошо йүнәлеште һайлай.

Студияла ҡунаҡта — Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы директоры вазифаһын башҡарыусы Салауат Ғәлимуллин һәм Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының квалификациялы эшсе, хеҙмәткәрҙәр әҙерләү бүлеге мөдире Әлфиә Шәрипова.