Был проект йәмәғәтселектең иғтибары үҙәгендә. Сөнки, эксперттар әйтеүенсә, суйындан ҡойолған һынын бронза менән алыштырыу һәйкәлде ҡотҡарыуҙың берҙән-бер юлы. Монументаль ҡоролманы тикшереү менән шөғөлләнгән реставраторҙар ошондай фекерҙә. Комплекстағы тутыҡ урындар һаны 4 меңдән ашыу. Салауат Юлаев һәйкәлен урынынан алып, реставрация цехына оҙатыуға хәҙер ярты йыл самаһы ваҡыт уҙҙы.
Студия ҡунаҡтары — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәмзиә Кәримова-Байбулатова.







