Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 25.08.2026 Яһалма зиһен туған телдә

"Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
  • Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 25.08.2026 Яһалма зиһен туған телдә
Яһалма зиһен, аҡыллы ҡоролмалар, hанлы системалар көндәлек тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде. Улар эшебеҙҙе еңеләйтә, мөмкинлектәрҙе киңәйтә һәм яңы офоҡтар аса.
Башҡорт телен цифрлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнгән өфө программисы Айгиз Ҡунафиндың башҡорт халҡы өсөн йәнә бер яңылығы бар. "Һомай" аҡыллы колонкаһынан тыш, Айгиз Ҡунафин "Этнотэх" браузеры киңәйтелеүендә, интернет селтәрендә видеоларҙы башҡорт теленә тәржемә итеү мөмкинлеген тәҡдим итә.