Сәйәсәт, тә мәҙәниәт тә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәр даим иғтибарыбыҙҙа. Уныһы көн кеүек асыҡ. Ә бына ябай ауыл кешеһе — һауынсылар, механизатор һәм тракторсыларға, мал ҡараусылар менән комбайнсыларға, көтөүселәргә рәхмәт әйткәнебеҙ бармы икән? Моғайын да юҡтыр. Шуныһы үтә ҡыҙғаныс. Тап улар бөгөнгө Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүселәр. Ә республика һәр саҡта үҙ игене менән маҡтана ала. Быйылғы ауыр шарттарҙа – ямғырлы йәй, яғыулыҡҡа өҙөклөк булған осорҙа ла, улар әле 2 милилон тонна шалыҡ йыйып алды. Тәүге урындарҙа килеүселәрҙең береһе – Стәрлетамаҡ. Район игенселәре бөгөнгә 180 мең тонна ашлыҡты ырҙын табаҡтарына ташып өлгөргән. Студиябыҙ ҡунағы — Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Фәритов.
Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 28.08.2026 Иген хаҡы
Бөгөнгө һүҙебеҙ икмәк, дөрөҫөрәге уны үҫтереүсе игенселәр тураһында.







