Башҡортостан үҙенең тыуған көнөн ҡаршыларға әҙерләнә. Байрам айҡанлы республиканың һәр район, ҡалаһында мәртәбәле саралар үтәсәк. Баш ҡалабыҙ Өфө лә сағыу тамашалар әҙерләй. 9 октябрь Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Ғәзиз халҡым йырҙары" концерты уҙасаҡ.
Ошо уңайҙан "Хәйерле иртә, Башҡортостан!" тапшырыуының бөгөнгө сығарылышына беҙ мәҙәни усаҡтың сағыу солистарын, опера йондоҙҙарын саҡырҙыҡ. Башҡортостандың халыҡ артистары Светлана Арғынбаева менән Әлим Ҡәйүмов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иҙел Аралбаев.







