Музыка белгестәре халыҡтың рухын нығытыу, өмөт һәм иң мөһиме —Еңеүгә ышаныс биреү өсөн ижади төркөмгә берләшә. Заманалар үҙгәрә, әммә лекорийҙың тауышы тынмай – ул һаман да халыҡтың рухи-музыкаль зауығы һағында.
Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының легендар әҙәби-музыкаль лекторийы ағзалары: музыка белгесе Алина Хәсәнова, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Рәфис Сирусин һәм Башҡортостандың Халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Азамат Тимеров.







