Уларҙың барыһы ла полилингваль мәктәптәр уҡыусылары. Полилингваль, йәғни, күп телдәрҙә дәрестәр алып барылған, белем биргән Рәсәйҙәге мәктәптәрҙең күбеһе — республикабыҙҙа. Тап Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнә был көндәрҙә балалар, ә улар 130 уҡыусы.
Студия ҡунаҡтары - республиканың мәғариф министрлығының бүлек мөдире Вадим Рәхмәтуллин, слетта ҡатнашыусылар Илина Ғәлиева һәм Нурзилә Ғәлиуллина.







