Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 27.10.2026 Климатик үҙгәрештәр

Климатик үҙгәрештәр. Йылы көҙ хәүефе.
  • Хәйерле иртә, Башҡортостан! - 27.10.2026 Климатик үҙгәрештәр
Быйылғы көҙ үҙенсә һәм уникаль рекорд ҡуйҙы. Башҡортостанда сентябрь менән октябрь башҡа йылдарҙың ошо уҡ айҙары менән сағыштырғанда яҡынса +5 градусҡа йылыраҡ килде. Синоптиктар бындай үҙгәрештәргә аптырамаҫҡа саҡыра. Сөнки, антициклондарҙың һауа ағымына тәъҫире юҡ түгел. Ә октябрҙә сирендәр һәм алмаларҙың сәскә атыуы, ағастарҙың яңынан бөрөләнә башлауы хәүефлеме? Һүҙебеҙ ошо турала бара. Студияла ҡунаҡта - биология фәндәре кандидаты Фәнүзә Мырҙабулатова.