Республика өсөн бындай сара беренсе һәм ҙур тәжрибә. Алдағы көндәрҙә баш ҡалала халыҡ кәсептәре, креатив тауарҙарҙы етештереү, уларҙы һатыу баҙарын киңәйтеү юлдары өйрәнелә. Башҡортостанға Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әрмәнстан, Мысыр, Төркиә, Ҡытай, Ғәрәп Әмирлектәрнән делегациялар килде.
Ә креатив индустрия нигеҙе, әлбиттә, халыҡ кәсептәре. Уның даирәһе лә киң. Бөгөнгө һүҙебеҙ Башҡортостандың төнъяҡ-көнсығышы райондары, өлөшләтә Свердловский өлкәһе, Пермь крайындағы башҡорт ауылдарында һаҡланған кәсеп – тамбур сигеүе тураһында.
Студиябыҙ ҡунаҡтары ҡиммәтле аманатты һаҡлап килгән, быуаттар буйына тупланған тәжрибәне өйрәтеүселәр – ҡул эштәре оҫталары Сәйҙә Әхтәмова, Мәрзиә Ғәлләмова һәм Луиза Хәсәнова .







