Шишәмбелә барасаҡ һүҙ республика өсөн айырыусы әһәмиәтле. Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле бөгөнгө әңгәмә. Монументаль ҡоролма үҙ урынына теүәл бер йылдан әйләнеп ҡайтасаҡ. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Яңылыҡтарҙың мөһимдәре бының менән генә бөтмәй. Башҡортостан етәкселеге һәйкәл янындағы майҙандағы үҙгәрештәр тураһында ла вәғәҙәләй.
Салауат Юлаевтың яңы һәйкәле ниндәй буласаҡ? Иҫкеһе ҡайҙа һәм ҡасан урынлаштырыла? Студиябыҙ эксперты – Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе Салауат Ҡолбахтин.







