Хәйерле иртә, республика!- Башҡортостандың иң яҡшы балалар баҡсаһы

Смотрите выпуск Хәйерле иртә, республика!- Башҡортостандың иң яҡшы балалар баҡсаһы
Хәйерле иртә, республика!- Башҡортостандың иң яҡшы балалар баҡсаһы

Республикала балалыҡ, әсәлек һәм ғаилә мәнфәғәтен яҡлау, артабан да өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡаласаҡ. Дөрөҫөрәге, ул социаль сәйәсәт нигеҙе булырға тейеш. ОШо хаҡта Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда белдерҙе.

Ғөмүмән, республиканың тап мәғариф системаһында яҡын йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр булырға тейеш. Уларҙың береһе балалар өсөн өр-яңы 49 баҡса асыу. Әйткәндәй, яңы үҙәктәр Сибайҙағы “Аленушка” балалар баҡсаһына тиңләшергә тейеш. Радий Хәбировтың сығышында ошо хаҡта айырым әйтелгәйне.

Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта тап ошо балалар баҡсаһы тәрбиәселәре — Гөлсара Салауат ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, Гөлназ Билал ҡыҙы Исламғолова менән мөдир Сажидә Рәйес ҡыҙы Хоҙайбирҙина.