Хәйерле иртә, Республика!- Ауыл хакимиәттәре манифесы

Смотрите выпуск Хәйерле иртә, Республика!- Ауыл хакимиәттәре манифесы
Хәйерле иртә, Республика!- Ауыл хакимиәттәре манифесы

“Ауыл – ул әхлаҡи сығанағыбыҙ, республика иҡтисадының мөһим өлөшө һәм Башҡортостандың йөрәге булған һоҡланғыс кешеләр. Мин үҙ эшемдә һеҙгә таянырға теләйем,” – тине Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Әбйәлил районына эш сәфәре барышында үҙидара органдары вәкилдәре менән осрашыуҙа.

Тап был осрашыуҙа “Ауыл хакимиәттәре манифесы” өҫтөндә эш башланды. Нимә тураһында был манифест? Ғөмүмән, ауыл кешеләрен ниҙәр борсой? Ошо һорауҙарға яуапты беҙ студия ҡунағы – “Башҡортостандың муниципаль берәмектәре Советы” ассоциацияһының башҡарма директоры Рөстәм Исхаҡов менән бергә эҙләрбеҙ.