Башҡортостандың ил тарихында иң беренсе булып автономиялы республика статусы яулауына быйыл 100 йыл. Датаны сағылдырған тантаналар бихисап. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла әүҙем эш режимында. Иртәгә Ырымбурҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре башлана.
Ошо хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев һәм ҡоролтайҙың Рәсәй төбәктәре һәм сит илдә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән эшләү бүлеге етәксеһе Алһыу Сирғәлина менән әңгәмәләшәбеҙ