Хәйерле иртә, Республика! - Йәш быуынға «Аманат»

Смотрите выпуск Хәйерле иртә, Республика! - Йәш быуынға «Аманат»
Хәйерле иртә, Республика! -  Йәш быуынға «Аманат»

Бөгөн беҙ 90 йыллыҡ юбилейын билдәләгән “Аманат” журналы тураһында һөйләшәбеҙ. Башҡортостанда бындай бай тарихлы журналдар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Баҫма беренсе һандарынан уҡ үҙенең алдында ҡуйған изге маҡсаттарына тоғро ҡала. Ул йәш быуын өсөн дуҫ та, кәңәшсе лә, уҡыуҙа ла, эштә лә, ялда ла ярҙамға килә.

“Аманат” менән уның хеҙмәткәрҙәре беҙҙе яҡынданыраҡ таныштырырға әҙер. Студияла ҡунаҡта журналдың баш мөхәррире урынбаҫары Рәзил Бикбулатов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова һәм йәш хәбәрсе Сөмбөл Йосопова.