Хәйерле иртә, Республика! - Башҡортостандың иҡтисади хәле, Вилүр Әхмәтов

Смотрите выпуск Хәйерле иртә, Республика! - Башҡортостандың иҡтисади хәле, Вилүр Әхмәтов
Хәйерле иртә, Республика! -  Башҡортостандың иҡтисади хәле, Вилүр Әхмәтов

Сеймал өлкәһендәге ҙур инвестициялар Рәсәй төбәктәренең иҡтисади хәлен яҡшыртасаҡ. Халыҡ-ара “Модис” агентлығы илдең иң тотороҡло субьекттарын атаны. Был исемлектә Башҡортостан да бар. Финанс ойошма белгестәре әйтеүенсә, ситтән йәлеп ителгән аҡсалар быйыл беҙҙең республика үҫеше өсөн ярҙам буласаҡ.

Бөгөнгө һөйләшеүҙе ошондай мәғлүмәттән башлауыбыҙ осраҡлы түгел. Башҡортостан иҡтисады һәм уның мөмкинлеге тураһында фекер алышыу ниәте бар. Студиябыҙ эксперты – иҡтисад фәндәре кандидаты, социаль – иҡтисади тикшеренеүҙәр институты доценты Вилүр Әхмәтов.