Бөгөн беҙ быйылғы йәйҙең иң сағыу сараларының береһе «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале хаҡында әңгәмә ҡорорбоҙ.
Асыҡ һауала төрлө йүнәлештәге сәнғәт төрҙәрен берләштергән байрам 4 көн дауамында барасаҡ. Тимәк, һәр кем үҙенең зауығына тап килгән тамашаны күрә ала. Студияла – «Евразия йөрәге — 2019» халыҡ-ара сәнғәт фестивален ойоштороу комитеты ағзаһы Айһылыу Байғусҡарова һәм музыкант, Башҡортостандың ҡурайсылар берлеге рәйесе Артур Ғайсаров.