Хәйерле иртә, Республика - Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә барып етә

Смотрите выпуск Хәйерле иртә, Республика - Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә барып етә
Хәйерле иртә, Республика - Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә барып  етә

Иң ихлас әйтелгән һүҙҙәрҙе хатта сабыйҙар ҙа тиҙерәк һәм яҡыныраҡ ҡабул итә, ти психологтар. Башта "Башҡортостан" ДТРК-һында "Әйтер һүҙем бар" исеме аҫтында башланған "Йөрәк һүҙе" проектында ҡатнашыусыларҙың сығыштарын халыҡ шуғалыр ҙа яҡын күрә. Быйыл ул Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм Театр йылына арналды. Һеҙҙең иғтибарға алып барыусылар — Ләйсән Тимербулатова һәм Фирҙәт Ғәлиевтың проект авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наилә Абдулхай ҡыҙы Сәфәрғолова менән әңгәмәһен тәҡдим итәбеҙ.