Хәйерле иртә, Республика! - Ләлә сәскәләрен нисек тәрбиәләргә?

Смотрите выпуск Хәйерле иртә, Республика! - Ләлә сәскәләрен нисек тәрбиәләргә?
Хәйерле иртә, Республика! - Ләлә сәскәләрен нисек тәрбиәләргә?

Ике көндән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө 8-се март. Был көн — нәфис затты тәбрикләү һәм күркәм яҙ байрамына әйләнде. 8-се марттың символы ЛӘЛӘ сәскәһе икәнлеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Бөгөнгө темабыҙ ҙа ошо гөлдәргә бағышланған. Нәзәкәтле тюльпандарҙы йорт шарттарында ҡышын уҡ үҫтерә башлаусы ханымдар ҙа бар икән. Һатыу өсөн түгел, ә үҙҙәре өсөн, күңел өсөн. Беҙгә яңы ғына килеп ҡушылыусыларға һәм студия ҡунағы, Ғафури һылыуы, сәскәләр үҫтерергә яратыусы ҡыҙыбыҙ Миңһылыу Хәсәноваға хәйерле иртә, тип өндәшәбеҙ.