Ғәлимйән Ибәтуллин тамашасыларыбыҙҙы сәйәхәткә саҡыра. “Сәйәхәтсе һуҡмағы” рубрикаһының яңы сығарылышында Бәләбәй районында урынлашҡан Деев йорто тураһында серҙәр аса хәбәрсе.
Ә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Заһир Иҫәнсурин тамашасыларҙы “Ышан” тип аталған концертында көтә. Ул тура эфирҙа барған әңгәмәлә бала сағы, яҡын кешеләре, ижады тураһында һөйләне.