Кем ул республикалағы иң оҫта баянсы һәм гармунсы? Рәсәй-Башҡортостан һәм Башҡортостан 24 каналдары он-лайн конкурс иғлан итте. Ҡатнашыусылар һаны көндән-көн арта. Видеояҙмалар 100-гә етеп килә!
Конкурстың шарттарына ярашлы, үҙегеҙҙең баянда, йә гармунда уйнағанды төшөрөп, "Бәйләнештә" сәхифәһендәге “Хәйерле иртә, республика!” төркөмөнә һалырға, шулай уҡ, 8-927-304-50-05 номеры буйынса ватсапҡа ебәрергә мөмкин. Тиҙҙән gtrk.tv сайтында тауыш биреү башланасаҡ. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.
Бөгөн эфирҙа бәйгенең тәүге ҡатнашыусылары менән яҡындан таныштырырбыҙ.