Календарҙа 27 апрель, дүшәмбе. Бөгөн Рәсәйҙә Вахтасылар көнө билдәләнә. Был дата әлегә рәсми статус алмаһа ла, вахта ысулы менән эшләүселәр уны һөнәри байрамы кеүек ҡабул итә. Ошо уңайҙан беҙ ҙә “Хәйерле иртә, республика” тапшыуында ошо темаға әңгәмә ҡорҙоҡ. Башҡортостанда яҡындары ситтә эшләгән ғаиләләр бер-нисә йөҙ меңләп иҫәпләнә. Ҡыҙғанысҡа, бөгөн күп кенә ғаиләләр өсөн хәләл ефеттәренең, аталарының ҡырҙа эшләүе, өйгә һирәк ҡайтыуы – ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Әлбиттә, төп сәбәп — урында эш таба алмауҙары һәм түбән эш хаҡында, ти күптәр. Әммә тағы ла нимәләр этәрә икән беҙҙең ир-уҙамандарҙы сит-яттарға сығып китергә?
Хәйерле иртә, Республика! - Вахтасылар көнө
Смотрите выпуск Хәйерле иртә, Республика! - Вахтасылар көнө
