Бөгөн, иптәштәр, халыҡ ара бейеү көнө. Шуға күрә тик кенә ултырмайбыҙ, бөгөнгө моңло тапшырыуға ҡушылып бейеп тә, йырлап та алығыҙ. Бөгөн һуңғы видеояҙмаларҙы ҡабул итәбеҙ. Баянсылар, гармунсылар, кемдәр әле өлгөрмәгән — ашығығыҙ. Әле беҙгә төрлө райондарҙан, күрше төбәктәрҙән 300-ҙән ашыу видеояҙма килде. Конкурстың шарттарына ярашлы, үҙегеҙҙең баянда, йә гармунда уйнағанды төшөрөп, "Бәйләнештә" сәхифәһендәге “Хәйерле иртә, республика” төркөмөнә һалырға, шулай уҡ, 8-927-304-50-05 номеры буйынса ватсапҡа ебәрергә мөмкин.
Хәйерле иртә, республика! - Баянсылар бәйгеһе - кемдәр әле өлгөрмәгән, ашығығыҙ!
Смотрите выпуск Хәйерле иртә, республика! - Баянсылар бәйгеһе - кемдәр әле өлгөрмәгән, ашығығыҙ!
