Интернет һәм гаджеттар беҙҙең тормошобоҙҙоң айырылығыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде, тиһәк тә була. Күптәргә ул хатта һауа кеүек кәрәк. Уянғас та, ҡулға мобиль телефон алған, йоҡларға ятҡанда ла уны ҡулынан ысҡындырмаған кешеләр юҡ түгел. Әле бигерәк тә, үҙ аллы изоляция һәм карантин мәлендә интернет һәм гаджеттар беҙҙең яҡын дуҫтарға әйләнде. Ысынында дуҫмы һуң ул беҙгә, әллә дошманмы? Файҙаһы күберәкме? Әллә зыянымы? Бөгөн “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында ошо һорауҙарға һеҙҙең менән бергәләп яуап эҙләйәсәкбеҙ.
Хәйерле иртә, республика! - Беҙ һәм гаджеттар
Смотрите выпуск Хәйерле иртә, республика! - Беҙ һәм гаджеттар
