Бөгөнгө программабыҙ радио тыңларға яратыусылар өсөн ҡыҙыҡлы булыр. Эфирҙың беренсе өлөшөндә хеҙмәттәшебеҙ, билдәле журналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндияров менән әңгәмә ҡормаҡсыбыҙ.
Программабыҙҙың икенсе яртыһына иһә шаян, отҡор хеҙмәттәштәребеҙҙең береһе, радиотапшырыуҙар алып барыусыһы – Фатих Муллахмәтовтың килеүе көтөлә.