Бөгөн башҡорт халҡы мөһим даталарҙың береһен билдәләй – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 25 йыл. Тапшырыуҙы тулыһынса ҡоролтайҙың тарихына, бөгөнгөһө һәм киләсәгенә бәйләп, уның етәкселәре, күрше өлкәләрҙәге милләттәштәребеҙ менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.