Үҫеп килгән йәш быуынды ватансылыҡ һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү — замандың етди мәсьәләләренең береһе булып тора. Илһөйәрлек төшөнсәһе, тәү сиратта, тыуған илде, тыуған ерҙе һөйөүҙән, үҙ халҡыңдың телен, тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын белеүҙән башлана. Бөгөн беҙ патриотик тәрбиә тураһында Росгвардияның махсус тәғәйенләнештәге милиция отряды командиры урынбаҫары, полковник Нәзим Ғаязов менән һөйләштек.