Хәйерле иртә, республика! - 06.10.20 Дөрөҫ һөйлә һәм яҙ!

Смотрите выпуск Хәйерле иртә, республика! - 06.10.20 Дөрөҫ һөйлә һәм яҙ!
Хәйерле иртә, республика! - 06.10.20 Дөрөҫ һөйлә һәм яҙ!

10 йыл самаһы элек БР Хөкүмәте ҡарамағында «БР халыҡтарының телдәре тураһында» законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия барлыҡҡа килде һәм быйыл апрель айында уның эшен йәнләндереү маҡсатында яңы ағзалар, етәкселәр һайлап ҡуйылды. Комиссияны хәҙер Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов етәкләй. Ике аҙна элек ул Терминология хеҙмәтенең яңыртылған составы менән осрашты һәм кисә төбәк етәксеһе үткәргән оператив кәңәшмәлә хеҙмәттең маҡсаттары менән таныштырҙы.

Башҡортостанда терминология мәсьәләләре менән республиканың билдәле ғалимдары, киң мәғлүмәт саралары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре шөғөлләнә. Терминология хеҙмәтен филология фәндәре докторы, профессор Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы Усманова етәкләй. Ул бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. Терминология хеҙмәте төбәк Хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһындағы» законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия сиктәрендә эшләй. Комиссияның яуаплы секретары Зөлфиә Миндибай ҡыҙы Ханнанова ла студиябыҙ ҡунағы.