Хәйерле иртә, республика! - 09.10.20 Йәш Шайморатовсылар

Смотрите выпуск Хәйерле иртә, республика! - 09.10.20 Йәш Шайморатовсылар
Хәйерле иртә, республика! - 09.10.20 Йәш Шайморатовсылар

Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән мәктәптәрҙә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов кластары ойошторолдо. Кластар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында, Өфөнөң 44-се һәм 162-се полилингваль күп профилле мәктәптәрендә асылды.
Кисә Шайморатовсылар рәтенә ҡабул итеү сараһы ойошторолдо. Хәҙер ул уҡыусылар ысын Шайморатовсылар. Башҡа кластарҙан уларҙың айырмаһы нимәлә? Бөгөн эфир барышында Шайморатов кластары алдында торған маҡсаты, бурыстары хаҡында һөйләшәсәкбеҙ. Беҙҙә ҡунаҡта - “Смарт” 162-се һанлы полилингваль күп профилле мәктәп директоры Наил Радик улы Әминев.