Бөгөнгө эфир бик күп райондарыбыҙға ҡыҙыҡлы һәм мәғлүмәтле булыр. „Башҡорт ихаталары„ программаһы хаҡында әңгәмә ҡорорға ниәтләйбеҙ.
Нимәне күҙ уңында тота һуң ул „Башҡорт ихаталары„? Был проект ниндәй маҡсат менән бойомға ашырыла? Унда нисек ҡатнашырға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөнгө тапшырыу эксперттары: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Павлович Ельников, Учалы районы хакимиәте хеҙмәткәре Айгөл Әмир ҡыҙы Ҡәҙербаева яуап бирәсәк.