Башҡортостан “башҡорт теле көнөн” биләдәләне. 14-се декабрҙәге саралар тап телебеҙҙе һаҡлау, яҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған. Бөгөн телде камиллаштырыу нәфис әҙәбиәттән, йыр-бейеүҙән генә тормай. Уның фәнни аспекттарын тикшереү көн талабы булырға тейеш. Ошо хаҡта дүшәмбеләге кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та белдерҙе. Башҡорт дәүлә Универистетында ниһәйәт һәм ҡайтанан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советы тергеҙелде. Ниндәй эш алып барасаҡ совет һәм ни өсөн ул ошоға тиклем кандидаттарҙы ҡабул итмәгән?
Был һорауҙарҙы беҙ БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәтселек һәм журналистика факультеты деканы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаға бирәсәкбеҙ. Ул беҙҙең студиябыҙҙың иртәнге ҡунағы.