Башҡортостанда «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе 2021» республика конкурсы башланды. Конкурста республика райондарынан һәм ҡалаларынан, шулай уҡ башҡорттар йәшәгән Рәсәй төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән йәмәғәтселәр, әүҙемселәр һәм үҙ эшенең оҫталары булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша. Кемдәр улар? Бәйгенең шарттары ниндәй? Бөгөн ошо хаҡта Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы- ҡоролтай депутаты етәксеһе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина менән әңгәмә ҡорабыҙ.
Хәйерле иртә, республика! - 05.02.21 Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе
Смотрите выпуск Хәйерле иртә, республика! - 05.02.21 Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе
