18 марттан 25-нә тиклем Өфөлә театр декадаһы үткәрелә. Ошо йәһәттән, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары республиканың төрлө театрҙары коллективы сәхнәләштергән спектаклдәрҙе ҡарау мөмкинлеген алды.
Улар исемлегендә үткән миҙгелдәге премьералар — “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” программаһы сиктәрендә “Театр – балаларға” һәм “Бәләкәй ҡалалар театры” проекты буйынса ҡуйылған.
Уҙған йылда ғына 14 яңы спектакль сәхнәләштерелде. Уларҙың бер-нисәһен генә атап үтәйек: Сибай башҡорт дәүләт драма театрында — «Шайморатов-генерал» һәм «Һағыштарым тулы ғазаптарым», Стәрлетамаҡта — “Хушығыҙ, хыялдарым», Салауат дәүләт башҡорт драма театрында - «Ғүмерҙең бер мәле» спеклакле. Тап һуңғыһы менән беҙ бөгөн яҡынданыраҡ танышасаҡбыҙ. Беҙҙә ҡунаҡта — театрҙың баш режиссеры һәм ошо спектаклдең режиссеры Лиана Ниғмәтуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәркәс Йомағужина, ул йәш Сөмбөл ролендә, һәм уның ирен — Антилды уйнаған артист Мираҫ Йомағужин.