Йәшлекте һәм хатта ғүмерҙе оҙайтыусы, яҡшы кәйеф бүләк итеүсе спорт төрө. Скандинавса йөрөү – иң еңел һәм шул уҡ ваҡытта, иң файҙалы шөғөлдәрҙең береһе. Таяҡтарға таянып атлағанда кешенең 90 процент мускулдары хәрәкәткә килә. Скандинав йөрөшө менән әүҙем шөғөлләнгән Шамонино ауылы вәкилдәре — Рәйлә Ишкилдина һәм Ләйсән Юлмөхәмәтова “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуына килеп, был спорт төрөнөң файҙаһы тураһында һөйләп, үҙенең һәләттәрен күрһәтте.
Хәйерле иртә Республика - Скандинав йөрөүе
Смотрите выпуск Хәйерле иртә Республика - Скандинав йөрөүе
