Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары Тимур Идрисов, Илназ Фәтхуллин һәм Линар Рәшитов. Егеттәр киләсәктә ғалимдар, инженерҙар булырҙар, тигән өмөт бар, һеҙ ҙә бөгөн быға инанырһығыҙ. Улар уйлап тапҡан һәм эшләгән ҡоролмалар заман технологиялары өлгөһөндә башҡарылған. Наноспутник булһынмы ул, нейромашинамы – егеттәр барыһын да үҙҙәре һөйләп, эшләтеп күрһәтерҙәр. Уларҙы был йүнәлештә тәжрибәле уҡытыусы етәкләй. Рәми Ғарипов гимназияһының физика уҡытыусыһы Рәмил Рәшит улы Кәбиров. Ул да бөгөн уҡыусылары менән студиябыҙ ҡунағы.
Хәйерле иртә, республика! - 25.05.21 Нанотехнологиялар дәүере
Смотрите выпуск Хәйерле иртә, республика! - 25.05.21 Нанотехнологиялар дәүере
