Электросамокаттар автомобилистар өсөн генә түгел, хатта йәйәүлеләр өсөн дә бик хәүефле. Улар ҡатнашылығында Өфөлә генә түгел, ә илдә әллә нисәмә авария теркәлде. Етмәһә, уларҙы хәҙер ҡаланың теләһә ҡайһы мөйөшөндә ҡуртымға алырға мөмкин. Самокаттар беҙгә кәрәкме? Хөрмәтле тамашасылар бөгөн ошо хаҡта һөйләшәбеҙ. Бер нисә минуттан беҙгә Башҡортостандың дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов та ҡушыла.