Бөгөнгө иртәнең Башҡортостан өсөн уңышлы булмауы ихтимал. Төп сәбәп — бал ҡорттары ҡырыла. Исемлектә әлегә ике район – Күгәрсен менән Стәрлетамаҡ райондары бар. Хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы мөмкин. Ни өсөн Башҡортостан хәҙер балһыҙ ҡаласаҡ, умартасылар ҡурҡыуға төшкән.
Тапшырыуҙа беҙ ҡорттарҙың ағыуланыуы, күстәрҙең ҡырылыуы сәбәптәрен асыҡларға тырышабыҙ. Студиябыҙ ҡунаҡтары – Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов менән фәнни ойошма етәксеһе урынбаҫары Вәкил Ширәев.