Бөгөн беҙ һеҙҙе Башҡортостандың иң яҡшы шифаханаларының береһе – “Ҡарағай” менән яҡындан таныштырмаҡсыбыҙ. Ярты быуатлыҡ тарихҡа эйә булған дауалау учреждениеһы хозур тәбиғәтле Мәсетле районында Ыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан. Бер йыл самаһы “Ҡарағай” ковид обсерват булараҡ эшләне. Был ваҡыт арауығында дауалау һәм ял йорто танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Мәскәүҙә “Шифахана-2021” Бөтә Рәсәй форумы уҙғарылды. Унда «Ҡарағай» шифаханаһы ҙур еңеүҙәр менән ҡайтты. “Тәбиғәттең дауалау факторҙарын ҡулланыусы иң яҡшы шифахана” һәм “Иң яҡшы шифахана проекты” исемдәрен алды. Ошо еңеүҙәре менән ҡотларға һәм дауалау учреждениеһы тураһында ентекләберәк һөйләргә беҙ студияға «Ҡарағай» шифаханаһы директоры, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Рәмил Бәҙретдиновты саҡырҙыҡ.