Хәйерле иртә, республика! - 02.09.21 WorldSkills йәш оҫталарҙы асыҡланы

Смотрите выпуск Хәйерле иртә, республика! - 02.09.21 WorldSkills йәш оҫталарҙы асыҡланы
  • Хәйерле иртә, республика! - 02.09.21 WorldSkills йәш оҫталарҙы асыҡланы

Бөгөнгө тапшырыу темаһын һөйөнөслө ваҡиғаға бағышларға булдыҡ. 25-29 августа Өфөлә үткән WorldSkills Russia-2021 туғыҙынсы чемпионаты финалында Башҡортостан йыйылма командаһы икенсе урынды алды.
Беҙҙең команда алты — алтын, 16 көмөш һәм 24 бронза миҙалға эйә булды. Беҙ улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ!
Бөгөн еңеүселәрҙең ҡайһы берҙәрен эфирға саҡырҙыҡ. WorldSkills Russia-2021 чемпионатында алтын миҙал яулаған — Бөрйән районынан 20 йәшлек Нургиз Ҡолдобаев һәм Михайловка агро-сәнәғәт колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сулпан Әмир ҡыҙы Әйүпова беҙҙең студияла.