Еңеүҙәр, беләк һәм ихтыяр көсө, тормош ҡуйған, яҙмыш биргән һынауҙар тураһында барыр һүҙебеҙ. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта кисә генә Токиола тамамаланған паралимпия уйындары чемпионы Илнур Ғарипов булыр тип көткәйнек. Әммә ул Мәскәүгә оса.
Ә студияла ҡунаҡта — Ильнурҙың әсәһе Зөлфидә Ғарипова һәм «18-се олимпия резервындағы балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе» тренеры, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Илнур Ғариповтың остазы Хәлил Рауил улы Шаммасов.