Иртәгә — Милли кейем көнө! Был байрам йылына ике тапҡыр – сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләнә.
Ошо уңайҙан бөгөн беҙҙең эфирға Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире, фольклорсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина, республика милли музейының этнография бүлеге ғилми хеҙмәткәре Гөлемеш Мирсәит ҡыҙы Ҡылысова килде.