Хәйерле иртә, Республика! - 29.10.21 Мөҙәрис Багаев 70 йәшлек юбилейын ҡаршылай

Смотрите выпуск Хәйерле иртә, Республика! - 29.10.21 Мөҙәрис Багаев 70 йәшлек юбилейын ҡаршылай
  • Хәйерле иртә, Республика! - 29.10.21 Мөҙәрис Багаев 70 йәшлек юбилейын ҡаршылай

Бөгөн беҙҙең студияға саҡырылған ҡунағыбыҙҙы әҙәбиәт донъяһын, милли театр сәнғәтен яратҡандар яҡшы белә. Заманыбыҙҙың билдәле яҙыусыһы, драматург, шағир, журналист. Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы, Рәшит Солтангәрәев исемендәге премия лауреаты[ Мөҙәрис Басир улы Багаев беҙҙә ҡунаҡта.

Саҡырыуыбыҙҙың сәбәбе лә бар. Ошо көндәрҙә Мөҙәрис Басир улы күркәм ғүмер байрамын, юбилейын ҡаршылай. Беҙ был мөһим датанан ситтә ҡала алманыҡ. Хөрмәтле тамашасылар, юбилярыбыҙҙың ижады, киләсәккә пландары тураһында һөйләшәсәкбеҙ бөгөн.