Хәйерле иртә, Республика! - 01.02.22 Сәскәләр донъяға йәм сәсәләр

Ниндәй сәскәләр үҫтерәһегеҙ? Уларҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ? Һәм уларҙың сихри көсөнә ышанаһығыҙмы?
  • Хәйерле иртә, Республика! - 01.02.22 Сәскәләр донъяға йәм сәсәләр

Халыҡ телендә йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ бәхете, ир-егеттәр бәхете, тип йөрөтөлгән гөлдәр ҙә бар. Улар беҙҙең бәхеткә тәҫьир итәме икән, әллә был ышаныу-юрау ғынамы икән?
Бөгөн тапшырыу һеҙҙең менән аралашып үтәсәк, дуҫтар. Шудай уҡ беҙгә Өфө ботаника баҡса-институтының ғилми хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты Ирина Аллаярова ла ҡушыла. Ул иһә, оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, ҡайһы бер һорауҙарға ла яуап биреп китер.