Бөгөнгө һөйләшеү күңел күтәреп, халҡыбыҙҙың ни тиклем иғтибарлы булыуын дәлилләр. Кешенең үҙ исеме булһа, халыҡ ҡушҡан тағы ла бер исеме — ҡушаматы бар. Тап ҡушаматтар тураһында әңгәмә ҡорорбоҙ. Ауыл ерендә ҡушаматлап һөйләү һаман да йәшәп килә. Һаман да тере.
Хәйерле иртә, Республика! - 04.02.22 Ҡушаматтар
Халҡыбыҙҙа кешеләргә ҡушамат тағыу уларҙы үсекләү тгел,ә бәлки, маҡтау, баһалау ҙа булып тора. Башҡорт халыҡ ауыҙ тел ижадының был өлкәһен ономастика ғилеме өйрәнә. Алтышынсы йылдарҙа ғилми йүнәлеште “антропонимика” тигән билдә менән атап йөрөтәләр.
Ғөмүмән, ҡушаматтар кешеләрҙең буйы һәм һынына, ҡылығына ҡарап та бирелә. Мәҫәлән, оҙон, ҡыҫҡа, мискә һәм башҡалар һәм башҡалар.