Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы — 8 март айҡанлы “Рәсәй-Башҡортостан” һәм “Башҡортостан 24” каналдары “Рәхмәт, әсәй” тигән исемләнгән конкурс иғлан итә.
Уның шарттары бик ябай: әсәйегеҙ тураһында бер минутлыҡ видеоролик төшөрөп, беҙгә ебәрергә генә кәрәк. Иң яҡшыларын беҙ “Хәйерле иртә, Республика!” һәм ”Доброе утро, Уфа!” программаларында күрһәтеп барасаҡбыҙ.
Иң мөһиме: видеоны горизонталь рәүештә төшөрөргә, роликтың оҙонлоғо бер минуттан да артырға тейеш түгел. Эштәр бөгөндән алып 4 мартҡа тиклем 8-927-304-50-05 һандары буйынса ватсапҡа ҡабул ителә. Әйткәндәй, видеоларығыҙҙы социаль селтәрҙәргә Башҡортостан24, Хәйерле иртә, республика, Доброе утро, Уфа хештегтары менән һала алаһығыҙ.
Еңеүселәрҙе 8 мартта билдәләйәсәкбеҙ. Талаптар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең сайтҡа гтрк.тв адресы буйынса инеп ҡарай алаһығыҙ. Иң яҡшыһы тип табылған ролик авторының әсәһенә “Ҡарағай” шифаханаһы юллама бүләк итә.
Хәйерле иртә, Республика! - 09.02.22 "Рәхмәт, әсәй!" конкурсы иғлан ителә
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы - 8 март айҡанлы “Рәсәй-Башҡортостан” һәм “Башҡортостан 24” каналдары “Рәхмәт, әсәй” тигән исемләнгән конкурс иғлан итә.