Ваҡыттың аяуһыҙлығын, миҙгелдәрҙең алышып тороуон бер кем дә инҡар итмәҫ. Кешеләрҙең һәр ҡылығына, аҙымына баһаны беҙ түгел, ә юғары көстәр бирә. Һин 18-ҙә булһаң да, йәшең иллегә етеп, алтмышҡа аяҡ баҫһаң да,етмешеңде тултырып, һикһәненсе яҙыңды көтөп, туҡһанынсы көҙөңә өмөт итһәң дә барыһы ла Хоҙай ҡулыңда. Тапшырыуҙы һандарҙан башлауыбыҙ, һанға иғтибар биреүебеҙ һис тә юҡҡа түгел. Студиябыҙҙың интернет аша һөйләшәсәк ҡунағы - дингә аяҡ баҫып, үҙенең 50 йәшен ҡаршылаған Роберт Юлдашев.
Хәйерле иртә, Республика! - 11.02.22 Ир уртаһы - иллелә
Роберт Юлдашев алтын юбилейын билдәләй.