Бөтә донъяла ғашиҡтар көнө билдәләнә, тапшырыуыбыҙҙың темаһын да — "Донъя йәме ғашиҡтарҙа" тип атаныҡ. Әйҙәгеҙ әле, мөхәббәт, ғашиҡ йәндәр тураһында һөйләшәйек бөгөн.
Изге Валентин көнө Рәсәйҙә сағыштырмаса яңы байрам. Донъя йөҙөндә уны төрлө илдә төрлөсә билдәләйҙәр. Мәҫәлән, Америкала гүзәл заттар был көндө яратҡан кешеләренә яҙмыштарын, тормоштарын бәйләргә тәҡдим яһарға хоҡуҡлы. Испанияла ир-егеттәр һөйгән йәрҙәренә мотлаҡ аҡһыл – ҡыҙыл раузалар бүләк итә. Францияла был байрам менән барыһын да ҡотлайҙар икән, хатта йорт хайуандарын да, эйәләштерелгән ҡоштарҙы ла. Бына шундай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт. Беҙ Ғашиҡтар көнө менән барығыҙҙы ла тәбрикләйбеҙ һәм һөйләшеүгә саҡырабыҙ.
Хәйерле иртә, Республика! - 14.02.22 Донъя йәме ғашиҡтарҙа
Бөтә донъял Ғашиҡтар көнө уңайынан һөйләшеү.