Хәйерле иртә, Республика! - 15.02.22 Лира Яҡшыбаеваның бала саҡ хәтирәләре

Яҙыусы, прозаик, драматург Лира Яҡшыбаева үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 15.02.22 Лира Яҡшыбаеваның бала саҡ хәтирәләре

Ҡунағым өсөн 15 февраль ябай көн түгел. Ул әле берсә һөйөнә, берсә тулҡынлана, бер туҡтауһыҙ телефоны шылтырай, ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итә. Яҙыусы апай, Лира Яҡшыбаеваның бөгөн тыуған көнө. Уны тура эфирҙа беҙ ҙә ҡотларға теләйбеҙ. Яңғыраясаҡ йыр ҙа юбилярыбыҙға бағышлана.