Хәйерле иртә, Республика! - 17.02.22 Инфоцыган кем ул?

Инфоцыгандар кем ул? Нимә менән шөғөлләнәләр?
  • Хәйерле иртә, Республика! - 17.02.22 Инфоцыган кем ул?

Бөгөн тура эфир студияһын бик ҡыҙыҡлы темаға бағышларға булдыҡ. Инфоцыгандар кем ул? Нимә менән шөғөлләнәләр?
Аныҡлап әйтеп киткәндә, беҙ бөгөн һуңғы йылдарҙа күбәйеп киткән һәм үҙҙәренең хеҙмәттәрен: төрлө тренинг, коуч, шәхесте үҫтереү курстарын тәҡдим иткән „белгестәр„ хаҡында һөйләшмәксебеҙ.
Тап уларҙы инфоцыгандар, тип йөрөтәләр ҙә инде. Был хаҡта беҙ психолог – Юлиә Шакир ҡыҙы Низамова менән әңгәмәләшербеҙ.