Был ғәҙәти булмаған тамашала ҡурайсылар ҡурайҙа уйнап ҡына ҡалмай, улар актер ҙа, бейеүсе лә, йырсы ла һәм илен яҡлар, моңон данлар яугир ҙә. Ә инде ҡурайҙың һеҙ белгән һәм белмәгән мөмкинлектәрен күреп һушығыҙ китер! Ошондай һүҙҙәр менән үҙ тамашасыларын Башҡорт дәүләт филармонияһы ҙур концертҡа саҡыра. “Любезники-любизар” концерты һәм уның маҡсаттары тураһында студия ҡунағы – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов һөйләргә әҙер.
Хәйерле иртә, Республика! - 22.02.22 Любезники, любизар!
Байрам уңайынан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында “Любезники , любизар” тамашаһы үтә.