Хәйерле иртә, Республика! - 09.03.22 «Рәхмәт, әсәй!» конкурсы йомғаҡтары

“Башҡортостан” дәүләт телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар компанияһы “Ҡарағай” шифаханаһы менән берлектә үткәргән “Рәхмәт, әсәй!” конкурсына йомғаҡ яһаны.
  • Хәйерле иртә, Республика! - 09.03.22 «Рәхмәт, әсәй!» конкурсы йомғаҡтары

Социаль проектта ҡатнашыусылар әсәйҙәре тураһында 1 минутлыҡ видеояҙма төшөрөп, уны “Хәйерле иртә, Республика!” һәм “Доброе утро, Уфа!” тапшырыуҙарына ебәргәйне. 600-гә яҡын видеоролик араһынан иң яҡшы ике автор билдәләнеп, бөгөн, “Хәйерле иртә, Республика!” программаһында еңеүселәргә “Ҡарағай” шифаханаһына юллама бүләк ителде.